+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Февраля 2022, 13:24

Сауҙа үҙәгендә шартлатҡыс

Башҡортостанда 21 йәшлек бер ҡайҙа ла эшләмәгән телефон террорсыһы тотолған. Ялған шылтыратыу өсөн ул 5 йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сауҙа үҙәгендә шартлатҡысСауҙа үҙәгендә шартлатҡыс
Сауҙа үҙәгендә шартлатҡыс

Башҡортостанда 21 йәшлек бер ҡайҙа ла эшләмәгән телефон террорсыһы тотолған. Ялған шылтыратыу өсөн ул 5 йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.

Телефон террорсыһы Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы сауҙа комплекстарының береһендә шартлатҡыс булыуын хәбәр итә. Комплекстан шунда уҡ һатып алыусылар һә!м һатыусыларҙы эвакуациялайҙар. Ә сауҙа үҙәген ябып ҡуялар.

 Махсус хеҙмәттәр бинаны ентекле тикшереп сыға, әммә шик- шөбһә тыуҙырған предмет табылмай.

Был көндө сауҙа комплексында эшләгән эшҡыуарҙар матди зыян күрә,ә тейешле хеҙмәттәр бинала тикшереү үткәреүгә байтаҡ ресурстар һәм ваҡыт сарыф итә.

  Ялған шылтыратыусы тотола һәм  ғәйебен таный. Уға 5 йылға төрмәгә ултырыу ҡурҡынысы янай.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас