+19 °С
Облачно


Пекиндағы Олимпиадала ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Биатлонсы Эдуард Латыпов Александр Логинов, Ульяна Ниғмәтуллина һәм Кристина Резцова менән берлектәге командала эстафетаны уңышлы үтте һәм Рәсәй йыйылма командаһы составында бронза яуланы.
Был турала сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та яҙып сыҡты һәм ул спортсыларға үҙенең ҡайнар сәләмен еткерҙе.