

Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының ойошторолоуона 90 йыл. Ҡайтанан төҙөкләндереүгә бәйле, юбилей датаһын театр коллективы үҙ сәхнәһендә ҡаршылай алманы. Башҡорт ҡурсаҡ театрының бинаһы 1976 йылда асылған һәм шул осорҙан алып сәнғәт ҡорамында бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән.
Уның ҡарауы театр коллективы Башҡортостан милли музейында “Беҙ 90 йыл дауамында әкиәт бүләк итәбеҙ” тигән күргәҙмә асты. Экспозициялар араһында театрҙа 30 йылдарҙан алып бөгөнгәсә сафта ҡалған ҡурсаҡтар урын алған. Уларҙы күргәҙмәгә сәнғәт учреждениеһының баш рәссаме, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Андрей Волклв әҙерләгән. Был ҡурсаҡтар театр сәхнәһендә уйналған легендар спекталдәрҙең персонаждары.
-Юбилей датаһына театрҙы реконструкциялау кеүек бик шәп бүләк ҡабул итеп алдыҡ. Беҙ Рәсәйҙә тәүге милли ҡурсаҡ театры булараҡ билдәлебеҙ. Коллектив бик электән эшләп килә. Репертуарҙа 50 постановка бар. Театр бинаһы ҡайтанан төҙөкләндерелгәс, ижади пландарға ла киңерәк урын бүләсәкбеҙ,- тине Башҡорт д!әүләт ҡурсаҡ театры директоры Альберт Имаметдинов.
Ҡурсаҡ театрын ҡайтанан төҙөкләндереү республика бюджеты иҫәбенә алып барыласаҡ. Мәғлүм булыуынса. 2021 йылдың февраль айында Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашты. Унда Өфөнөң мәҙәни объекттарын реконструкциялау мөмкинлеге тикшерелгәйне. Объектты файҙаланыуға тапшырыу 2023 йылдарға билдәләнгән. Унда 135 урынға иҫәпләнгән бәләкәй зал, балалар өсөн кафе, музей. уйын һәм ижади залдар барлыҡҡа киләсәк.
Әле театрҙың спектаклдәре Башҡорт дәүләт опера һәм балет, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында барасаҡ.