+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Февраля 2022, 11:11

Тағы ла кире рекорд...

Пандемия башланғандан бирле республикала сираттағы антирекорд теркәлгән: үткән тәүлектә коронавирус менән 1 678 яҡташыбыҙ ауырыған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тағы ла кире рекорд...Тағы ла кире рекорд...
Тағы ла кире рекорд...

Пандемия башланғандан бирле республикала сираттағы антирекорд теркәлгән: үткән тәүлектә коронавирус менән 1678 яҡташыбыҙ ауырыған. 4 февралгә ҡарата ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 137 435.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, кисәле-бөгөнлө 626 кеше вирусты еңеүгә өлгәшкән, һауығыусылар йәмғеһе – 124 465.

Ковидтан аҙаҡҡы тәүлектә алты сырхау вафат булған. Зәһәр вирустан республикала барлығы 4 808 ауырыу донъя ҡуйған.

Башҡортостанда вакцинацияны 2 222 265 кеше, йәғни прививка яһатырға тейешле халыҡтың 89,4 проценты тамамлаған.

Рәсәйҙә лә үткән тәүлектә антирекорд теркәлгән: коронавирус йоҡтороуҙың 168 201 осрағы раҫланған, кисә был һан 155 768 ине.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас