+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Февраля 2022, 07:38

“Спутник М” вакцинаһы хаҡындағы мөһим һорауҙарға яуаптар

 Өфө ҡала хакимиәтендә 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ковидҡа ҡаршы вакцинациялау мәсьәләһенә арналған брифинг булып үтте.

“Спутник М” вакцинаһы хаҡындағы мөһим һорауҙарға яуаптар“Спутник М” вакцинаһы хаҡындағы мөһим һорауҙарға яуаптар
“Спутник М” вакцинаһы хаҡындағы мөһим һорауҙарға яуаптар

 Өфө ҡала хакимиәтендә 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ковидҡа ҡаршы вакцинациялау мәсьәләһенә арналған брифинг булып үтте.

Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: уҙған аҙнала республикаға 2 800 доза "Спутник-М" вакцинаһы килтерелгәйне. Уларҙың 540 дозаһы Өфө поликлиникаларына таратып бирелде. 3 февралгә ҡарата 423 үҫмергә прививка эшләнгән.

Брифингта һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина, СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы профилактикалау һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова, Башҡортостан дәүләт медицина университетының йоғошло ауырыуҙар кафедраһы доценты Татьяна Просвиркина ҡатнашты.

Өфө мәктәптәрендә 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге нисә бала уҡый? Дистанцион белем биреү нисек бара?

Баш ҡалабыҙ мәктәптәрендә 12 йәштән 17 йәшкә ҡәҙәрге 56 меңдән ашыу үҫмер уҡый. Уҡыусыларҙың 20 проценттан артығы сирләгән осраҡта, өйҙән уҡыу ғәмәлгә ашырыла. “Роспотребнадзор” рекомендациялары буйынса, директор бөтә мәктәпте дистанцион уҡыуға күсереү тураһында ҡарар ҡабул итергә хоҡуҡлы. Дистанцион уҡыу осоронда балалар һәм уҡытыусылар электрон ресурстар һәм платформалар, шул иҫәптән Zoom, YouTube, Skype ярҙамында эшләй. Мәктәптең белем биреү программаларына төҙәтмәләр индерелә. Дәрестәр теҙмәһе үҙгәртелә, ул мәктәп сайтына ҡуйыла һәм был турала бөтә ата-әсәләргә хәбәр ителә.

Балалар баҡсаларында хәлдәр нисек? Ауырыусы сабыйҙар һаны артһа, баҡсалар нисек эшләйәсәк?

Өфөнөң балалар баҡсалары әлегә штат режимында эшләй. Төркөмдә бала йәки педагог сирләп китһә, төркөм тулыһынса ете көнгә карантинға ебәрелә. Биналар эшкәртелгәс, бер аҙнанан балаларҙы ғәҙәти режимда ҡабул итеү башлана.

Коронавирус йоҡтороусыларҙың нисә процентын балалар тәшкил итә?

Йыл башынан бөтә йәштәге кешеләр, шул иҫәптән балалар араһында ауырыусылар арта. Үткән аҙна менән сағыштырғанда, сир 7-14 йәшлектәр араһында – 4,3, 15-17 йәшлектәр араһында – 3,9, бер йәшкә тиклемге бәпестәр араһында 2,9 процентҡа күбәйгән. Әлегә ауырыуҙарҙың 60 проценты – ололар.

Өфөлә балаларҙы "Спутник-М" менән вакциналау кампанияһы ҡасан башланды?

Прививка кампанияһы Өфөлә уҙған кесаҙнала башланды. Вакцина тейешле инструкцияларҙы, “һыуыҡ режим”ды күҙәтеп, поликлиникаларға таратылған. Ул – "Спутник V" препаратының еңеләйтелгән варианты. Шулай уҡ ике компоненттан тора, икенсе компоненты 21 көндән һуң яһала.

Вакцинаның хәүефһеҙлеге, һөҙөмтәлелеге ни рәүешле тикшереү үткән?

Препарат Мәскәүҙә һыналған, ул тикшереүҙәрҙең өс клиник фазаһын уҙған, өсөһөндә лә уның һөҙөмтәлелеге раҫланған. Һөҙөмтәлелек күрһәткесе 92-93 процент тәшкил итә. Прививка яһағандан һуң беренсе йәки икенсе көндә температура күтәрелергә, тән ауыртып, ҡалтыратып торорға, хәлһеҙлек булырға мөмкин, инъекция урыны ҡыҙарып, шешеберәк тороуы ихтимал. Һирәк осраҡтарҙа уҡшытыуы, ашҡаҙан системаһы эшмәкәрлеге боҙолоп тороуы, аппетит кәмеүе, тымау булыуы мөмкин. Был билдәләр, ғәҙәттә, өсөнсө тәүлектә бөтә.

Кемдәргә “Спутник М” вакцинаһын яһатырға ярамай?

Түбәндәге осраҡтарҙа прививка яһау ваҡытлыса кисектерелә: киҫкен йоғошло һәм йоғошло булмаған сирҙәр ваҡытында (был осраҡта вакцинацияны 2-4 аҙнанан һуң үткәрәләр), хроник йоғошло сирҙәр көсәйгәндә. Ауыр аллергиянан яфаланған балаларға, шулай уҡ 12 йәшкә тиклемгеләргә прививка яһалмай. Әгәр беренсе компоненттан һуң өҙлөгөүҙәр булһа, икенсе компонентын ҡаҙарға ярамай. Һәр осраҡта ла, баланы ентекләп ҡарап, анамнезды асыҡлап, прививкаға рөхсәтте табип-педиатр бирә. Әгәр бала коронавирус менән сирләгән икән, вакцинаны ярты йылдан һуң яһатырға була.

12 йәштән 15 йәшкә тиклемге балаларға вакцинация үткәреү өсөн ата-әсәләренең яҙма ризалығы мөһим. 15 йәштән олораҡ үҫмерҙәр прививка эшләтеү-эшләтмәүҙе үҙҙәре хәл итә ала.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас