+13 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
4 Февраль 2022, 04:10

Февралдә пенсия артып килә

Рәсәй Президенты, илдә инфляцияның юғары булыуына бәйле, пенсияны 8,6 процентҡа индексацияларға ҡушҡайны.

Февралдә пенсия артып киләФевралдә пенсия артып килә
Февралдә пенсия артып килә

Рәсәй Президенты, илдә инфляцияның юғары булыуына бәйле, пенсияны 8,6 процентҡа индексацияларға ҡушҡайны.

Башҡортостанда пенсионерҙар арттырылған пенсия ала башланы, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенән. 1 февралдән ул Президент күрһәтмәһенә ярашлы индексацияланған.

Февраль пенсияһы менән бергә пенсионерҙар ғинуар өсөн өҫтәмә аҡса алырға тейеш (пенсияны 5,9 проценттан 8,6 процентҡа тиклем индексациялауҙы иҫәпкә алып). Түләүҙәр автоматик рәүештә килә, бының өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.

Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеровтың билдәләүенсә, Башҡортостанда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме индексациянан һуң 17,5 мең һум тәшкил итә.

Автор:
Читайте нас