+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Февраля 2022, 16:16

Енәйәттәр һаны кәмегән

Республикала былтыр, 2020 йыл менән сағыштырғанда, рәсми теркәлгән енәйәттәр һаны 6,2 процентҡа кәмегән. Шул иҫәптән ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт ҡылыуҙарҙың 6,8 процентҡа әҙәйеүе күҙәтелгән.

Енәйәттәр һаны кәмегәнЕнәйәттәр һаны кәмегән
Енәйәттәр һаны кәмегән

 Республикала былтыр, 2020 йыл менән сағыштырғанда, рәсми теркәлгән енәйәттәр һаны 6,2 процентҡа кәмегән. Шул иҫәптән ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт ҡылыуҙарҙың 6,8 процентҡа әҙәйеүе күҙәтелгән. Атап әйткәндә, кеше ғүмерен ҡыйыу, туҡмау, көсләү, талау осраҡтары, шулай уҡ урлашыу һәм мутлыҡ ҡылыуҙар һирәгәйгән.

Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда төбәктә мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары менән бәйле енәйәттәрҙең 5,3 процентҡа кәмеүенә өлгәшелгән. Был хаҡта Республика Прокуроры Игорь Пантюшин 2021 йылдағы эш йомғаҡтарына арналған киңәйтелгән коллегия ултырыштарында белдергән.

Шулай уҡ, былтыр эш хаҡы буйынса 800 миллион һумдан ашыу аҡсалата бурыстарҙы ҡайтарыуға ирешелгән, эшҡыуарҙарҙы яҡлау өлкәһендә 6,2 меңдән ашыу закон боҙоуҙар кисектерелгән. 760 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителгән.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас