+1 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Февраля 2022, 06:58

Бөгөн – кәлүштең тыуған көнө

Элек резинанан эшләнгән кәлүштәрҙе быйма менән генә түгел, туфли, ботинканы сылатмаҫ өсөн дә кейгәндәр. Кәлүштәр ҡайҙа барлыҡҡа килгән? 

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн – кәлүштең тыуған көнөБөгөн – кәлүштең тыуған көнө
Бөгөн – кәлүштең тыуған көнө

Элек резинанан эшләнгән кәлүштәрҙе быйма менән генә түгел, туфли, ботинканы сылатмаҫ өсөн дә кейгәндәр.

Кәлүштәр ҡайҙа барлыҡҡа килгән?

 

Европалылар Көньяҡ Америкаға килеп сыҡҡас, индеецтарҙа еүешләнмәй торған аяҡ кейеме күреп ҡала. Каучук ағасы һуты менән ҡыҙыҡһынып китәләр. Унан төрлө галантерея ваҡ-төйәге эшләй башлайҙар, XIX быуат башында индеецтарҙан аяҡ кейеме алып ҡата ташлайҙар.

Икенсе версия буйынса калуштарҙы Рэдли исемле инглиз кешеһе уйлап тапҡан. Еүеш Лондон һауаһы арҡаһында йыш ауырыуы этәргән быға. 1803 йылда аяҡ кейеме өсөн каучук ағасы һуты һеңдерелгән туҡыманан эшләнгән чехолға патент алған.

Резина кәлүштәр тәүге тапҡыр 1831 йылдың 12 февралендә Бостонда һатыуға сыҡҡан.

Ҡасандыр Рәсәйҙә кәлүшеы булмаған кеше ярлы һаналған.

Фото – Интернет селтәренән.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас