

Коронавирус ҙур тиҙлек менән таралыуын дауам итә. Аҙаҡҡы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус 1492 ауырыуҙа раҫланған (йәкшәмбе көн 950-нән саҡ ҡына күберәк ине). Әлеге мәлдә 229 сырхау дауаханала ковидҡа ҡаршы көрәшә, шуларҙың 141-е – 60 йәште уҙған өләсәй һәм олатай. Ауырыуҙарҙың 35-е ауыр хәлдә. Хәлдәре ныҡ ҡатмарлы өсәүһен табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле вирус өҙгән ғүмерҙәр көн һайын арта: үткән тәүлектә 18 яҡташыбыҙ донъя ҡуйған.
Республикала вакцинаның беренсе компонентын 2 377 780 кеше яһатҡан, йәғни прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 95,6 проценты. Икенсе компонентын да ҡаҙатыусылар – 2 216 575 (89,2 проценты).
Фото "Башинформ"дан алынды.