+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Февраля 2022, 10:11

Әсәлек капиталы арттырыла

2022 йылдың 1 февраленән әсәлек капиталы 8,4 процентҡа артты. Сертификат артынан махсус барып йөрөргә кәрәкмәй. Ул Дәүләт порталындағы шәхси кабинетҡа киләсәк.

Әсәлек капиталы арттырылаӘсәлек капиталы арттырыла
Әсәлек капиталы арттырыла

2022 йылдың 1 февраленән әсәлек капиталы 8,4 процентҡа артты. Сертификат артынан махсус барып йөрөргә кәрәкмәй. Ул Дәүләт порталындағы шәхси кабинетҡа киләсәк.

Әсәлек капиталы хаҡындағы закон сыҡҡандан алып республикала 337 мең дәүләт сертификаты тапшырылған.

Быйылғы йылдан капитал тағы ла 53 712, 27 һумға арта. 2020 йылда ул инфляцияға ҡарата - 3, 2021 йылда 3, 7 процентҡа артҡайны.

Республикала 1 ғинуарҙан халыҡты социаль яҡлауға йүнәлтелгән  башҡа саралар үҙ көсөнә ингәйне. Һүҙ эш хаҡын түләүҙең бәләкәй күләме (МРОТ) хаҡында бара.  Рәсәй буйынса ғинуар айында ул 8,6 процентҡа артып, 13 890 һумға барып баҫты. Эш хаҡынының бәләкәй күләмен билдәләгәндә һәр төбәк уны үҙаллы хәл итә ала.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль  яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, республикала  эш хаҡының  бәләкәй күләме (МРОТ) - 14 мең 200 һум. Бында Урал коэффициенты иҫәпкә алынған.

Шулай уҡ республикала  эш биреүселәр һәм профсоюздар менән килешеү нигеҙендә  бәләкәй  эш хаҡы федераль кимәлдән күберәк ҡуйылған. Министрҙың әйтеүенсә, эш көнө тулы булғанда, ул хәҙер 16 300 һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Был республикала раҫланған бәләкәй эш хаҡының күләме.

Уҙған йыл менән сағыштырғанда ул 365 һумға артҡан.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас