

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы, коронавирус менән сирләүселәр артыуға ҡарамаҫтан, мохтаждарҙың бөтәһен дә дауаханаға һалыу мөмкинлегенә эйә. Республика 10 меңгә тиклем ковид-койка әҙерләй ала. Йоғошло сирҙәр менән сирләүселәр өсөн 2 февралгә ҡарата 2300 койка бүленгән. Февралдә Туймазылағы госпиталь сафҡа индереләсәк, Сибайҙағы госпиталде төҙөү дауам итә. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге битендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты.
“Иң мөһиме – кешеләр тәүге ярҙамды ала алһын тип тырышабыҙ. Шуға поликлиникаларҙың эш сәғәтен арттырҙыҡ, хәҙер улар иртәнге һигеҙенсе яртынан киске унға тиклем асыҡ. ПЦР-анализды киске һигеҙенсе яртыға тиклем бирергә мөмкин. Поликлиникаларҙа ауырыуҙарҙың ҙур ағымын ҡабул итеүҙән медиктарға, әлбиттә, ныҡ көс төшә. Табиптарға ярҙамға медицина колледждарының һәм БДМУ-ның һуңғы курсы студенттары, табип-ординаторҙар килде. Уларға, был уҡыу йорттары уҡытыусыларына һәм етәкселегенә ҙур рәхмәт”, – ти Радий Хәбиров.
Башҡортостанда шулай уҡ Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге операторҙары һаны 14-тән 124-кә тиклем арттырылды. Үҙәк көн һайын иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләй, унда 8 (347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
“Ләкин хатта ошо тиклем операторҙар ҙа бөтә шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеп өлгөрә алмай. Беҙ уларҙың һанын тағы ла арттырасаҡбыҙ. Бынан тыш, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһының берҙәм номеры бар – 122, был номер буйынса Ситуация үҙәгенә шылтыратырға, табипҡа яҙылырға йәки уны өйгә саҡыртырға була. Волонтерҙар штабтары ла эшләй. Уларҙың береһе, “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Беҙҙең хәстәрлек” штабы, 8-800-201-89-03 телефоны буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ирекмәндәре лә әүҙем. Улар менән (347) 279-06-30 һәм 279-06-56 телефондары буйынса бәйләнешкә сығырға мөмкин”, – тип аңлатма бирә республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы предприятиелар етәкселәрен, мөмкин булған урында, хеҙмәткәрҙәрҙе күберәк дистанцион эшләүгә күсерергә саҡыра.
“Әлбиттә, күп нәмә һәр кемдең үҙ һаулығына һаҡсыл ҡарашына бәйле. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!” – тип мөрәжәғәт итә республика Башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында.
Ул шулай уҡ 18 мартта юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға ҡул ҡуйыуына, бөтә донъя, бөтә республика менән бергә коронавирусҡа ҡаршы көрәш башлауыбыҙға ике йыл тулыуын билдәләп үтте. “Ошо ваҡыт дауамында алғы сафта 14 мең табип һәм 36 мең шәфҡәт туташы тора. Ике йылға яҡын улар беҙҙе дауалай, беҙҙе хәстәрләй, арый, ауырый, ә ҡайһы берҙәре һәләк була... Әйҙәгеҙ, бөтәһенә лә рәхмәт әйтәйек һәм уларға һаҡсылыраҡ һәм тағы ла ҙурыраҡ ихтирам менән ҡарайыҡ", – тип яҙҙы ул сәхифәһендә.
Фото социаль селтәрҙән алынды.