+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Февраля 2022, 03:50

Омикрондың тағы ла йоғошлораҡ төрө асыҡланған

Рәсәйҙә омикрондың тағы ла йоғошлораҡ ВА.2 төрө менән ауырыу осраҡтары асыҡланған, тип хәбәр итә Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова ковидҡа ҡаршы көрәш буйынса координацион совет ултырышында.

Омикрондың тағы ла йоғошлораҡ төрө асыҡланғанОмикрондың тағы ла йоғошлораҡ төрө асыҡланған
Омикрондың тағы ла йоғошлораҡ төрө асыҡланған

Рәсәйҙә омикрондың тағы ла йоғошлораҡ ВА.2 төрө менән ауырыу осраҡтары асыҡланған, тип хәбәр итә Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова ковидҡа ҡаршы көрәш буйынса координацион совет ултырышында.

“Рәсәй территорияһында ВА.3 линияһы асыҡланмаған, ВА.2 линияһына ҡараусы күпселек осраҡтар Мәскәүҙә, Марий Эл Республикаһында, Ростов өлкәһендә һәм Башҡортостанда теркәлгән”, – тине ул.

Анна Попова әйтеүенсә, бер нисә илдәге мәғлүмәттәр омикрондың был төрөнөнөң тағы ла нығыраҡ йоғошло булыуы хаҡында һөйләй.

Вакцинация сирҙән һаҡланыуҙың иң ышаныслы алымы булып тора. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ковид менән сирләүселәр араһында вакцина яһатҡандарҙың дүрт проценттан артмауын, стационарҙағы пациенттарҙың күпселеге прививка яһатмаған кешеләр булыуын билдәләй.

Автор:
Читайте нас