+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Февраля 2022, 16:10

Олимпиадала еңеүсе спортсыларға аҡсалата премия күләме билдәләнде

 Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Олимпия уйындарында сығыш яһау һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй спортсыларын аҡсалата бүләкләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был ҡарарға ярашлы алтын миҙал яулаған спортсыға 4 миллион һум, көмөш миҙал өсөн – 2,5 миллион һәм бронзаға эйә булыусыларға 1,7 миллион һум бүләкләтә премия тапшырыу ҡаралған.

Олимпиадала еңеүсе спортсыларға аҡсалата премия күләме билдәләндеОлимпиадала еңеүсе спортсыларға аҡсалата премия күләме билдәләнде
Олимпиадала еңеүсе спортсыларға аҡсалата премия күләме билдәләнде

4 февралдә Пекинда Ҡышҡы Олимпия уйындары башланасаҡ. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Олимпия уйындарында сығыш яһау һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй спортсыларын аҡсалата бүләкләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был ҡарарға ярашлы алтын миҙал яулаған спортсыға 4 миллион һум, көмөш миҙал өсөн – 2,5 миллион һәм бронзаға эйә булыусыларға 1,7 миллион һум бүләкләтә премия тапшырыу ҡаралған.

Бынан тыш миҙал менән бүләкләнгән спортсыларсыларҙы әҙерләүҙә ҡатнашҡан тренерҙар һәм белгестәргә лә аҡсалата премия түләйәсәктәр. Мәғлүм булыуынса, Ҡышҡы Олимпия уйындары Пекинда 4 февралдән алып 20 февралгә тиклем уҙасаҡ.  

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас