

Башҡортостанда күп балалалы ғаиләләргә ер урынына компенсация түләү өсөн 3,5 млрд. Һум талап ителә. Республикала бушлай ер биләмәһе алыуға хоҡуҡлы ғаиләләрҙең күпселеге дәүләт ярҙамының альтернатив формаһын – 250 мең күләмендә булған бер ваҡытлы аҡсалата түләүҙе һайлай. Ер һәм миллек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итеүенсә, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе 17,5 мең ғаиләнең 14 меңе ер биләмәһе урынына компенсация һайлаған. Был ғаиләләргә түләү өсөн 3,5 млрд һум аҡса кәрәк. Ошо уҡ ваҡытта уларға инфрасруктураһы булған һәм торлаҡ коммуникациялары үткәрелгән ер биләмәһе биреү өсөн 9 млрд һум аҡса талап ителә.
Фото "Башинформ"дан алынды.