

2 февралдә иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһендә Бәләбәй — Николаевка — Туймазы — Баҡалы автомобиль юлының 127-се саҡрымында «Лада Ларгус» (Баҡалы үҙәк район дауаханаһының медицина хеҙмәтенеке) һәм «ВАЗ-21140» автомобилдәре ҡатнашлығында авария теркәлгәйне.
Фажиғәлә өс бала һәм өс өлкән кеше зыян күрҙе. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 34 йәшлек ҡатындың хәле бик ауыр, алты йәшлек малай ҙа үҙен насар тоя, 14 йәшлек үҫмерҙең һаулыҡ торошо иһә уртаса тип баһалана.
Тағы өс кеше амбулатор хеҙмәтләндерелә, ашығыс ярҙам машинаһындағы водитель һәм табип имен-һау, тип белдерәләр ведомствонан.
Баҡалы районы прокуратураһы юл транспорт-ваҡиғаһы буйынса тикшереү барышын контролдә тота, тип яҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.