

Республикала яңы байрам көнө барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, яңы байрам – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәрҙәре көнө – парламенттың яҡындағы пленар ултырышында ҡабул ителәсәк. Байрам көнө 29 октябрь тип билдәләнгән.
“Был датаны һайлауҙың тарихи нигеҙе бар: Башҡорт ССР-ында дәүләт милке менән идара итеү буйынса Дәүләт комитеты 1991 йылдың 29 октябрендә ойошторолған. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәрҙәре дәүләтебеҙҙең ер мөнәсәбәттәрен көйләүҙә мөһим эш башҡара”, – тип аңлатты Башҡортостан парламенты спикеры.
Константин Толкачев әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостан мөлкәтте файҙаланыу һәм һатыуҙан алынған килем буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында алдынғы урындарҙы биләй. “Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле даталар тураһында”ғы Законға төҙәтмә Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының 30 йыллыҡ юбилейы айҡанлы индереләсәк.
Фото "Башинформ"дан алынды.