+11 °С
Ясно


Йәштәр хыялыраҡ була шул.
Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, Башҡортостанда 2 февралдә 100 пар никахҡа ингән. Аҙна уртаһы тип тормағандар. Эйе, 2.02.2022 – бигерәк матур һандар бит. Ошондай матур көндә ғаилә тормошон башлау – бәхетле парлы ғүмер нигеҙе, тип иҫәпләгән йәштәр ниәттәренең юш килеүен беҙ ҙә теләйбеҙ.
Февралдә бит тағы 22.02.2022 датаһы бар. Бигерәк сағыу күренә ул. Был көндө республикала 332 пар никахҡа инмәксе икән.