+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Февраля 2022, 14:56

“Ярҙам десанты” акцияһы башланды

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты сиктәрендә “Ярҙам десанты” акцияһы старт алды.

“Ярҙам десанты” акцияһы башланды“Ярҙам десанты” акцияһы башланды
“Ярҙам десанты” акцияһы башланды

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты сиктәрендә “Ярҙам десанты” акцияһы старт алды.

 Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Өфө ҡала Советы һәм муниципалитеттар депутаттары, “Саф йөрәк” хәйриә фонды, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эргәһендәге Йәштәр палатаһы, Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы һәм Башҡортостан мосолмандары диниә назараты вәкилдәре ҡатнашты. Акцияға шулай уҡ “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы”, “Беҙҙең хәстәрлек” волонтерлыҡ үҙәге  һәм БР Евразия халыҡтары ассамблеяһы активистары, М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды, йәштәр ойошмаларының волонтерлыҡ үҙәктәре, “Рәсәй терәге” ойошмаһының, “Эшлекле Рәсәй”ҙең Башҡортостан бүлексәләре вәкилдәре, Башҡортостандың тхэквондо спорт федерацияһы, артистар ҙа ҙур теләк менән ҡушылды.

Сарала Өфөлә – 100, республикала 250-ләп кеше ҡатнашты. Ирекмәндәр 700-ҙән ашыу кешегә ярҙам күрһәтеп, 100-ҙән артыҡ ҡайнар аш, 600-ҙән күберәк бушлай аҙыҡ-түлек йыйылмаһы илтте. “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәгенә мөрәжәғәт иткән был кешеләр – нигеҙҙә яңғыҙ йәшәүсе һәм ярҙамға мохтаж өлкән быуын вәкилдәре, коронавирустан өйҙә дауаланыусылар.  

“Ярҙам десанты” акцияһының маҡсаты –  үҙизоляцияла булыусыларға, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, өлкән быуынға һәм хәрәкәтләнеүе ауыр булған кешеләргә өйҙәренә аҙыҡ-түлек йыйылмалары килтереүҙә ярҙам итеү.

Акцияла төрлө кимәлдәге депутаттарҙың да әүҙемлек күрһәтеүен билдәләп киткәйнек инде. Дәүләт Думаһы депутаттары Павел Качкаев, Римма Үтәшева, Рафаэль Мәрҙәншин үҙҙәре аҙыҡ-түлек килтерҙе. Ҡалған парламентарийҙар исеменән аҙыҡ-түлек йыйылмаларын уларҙың ярҙамсылары таратты.

“Ярҙам десанты”н февраль дауамында аҙна һайын ойоштороу планлаштырыла. Киләһе сара 8 февралдә үтәсәк.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас