+14 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
2 Февраль 2022, 14:48

Яҡташыбыҙ Алена Миронова – электропоезды “йүгәнләгән” Рәсәйҙә беренсе ҡатын-ҡыҙ машинист

 “Көнбайыш экспресы” электропоезының “Өфө – Приют” маршруты буйынса сәйәхәткә сығыуы хаҡында яҙғайныҡ. Уны Рәсәйҙә беренсе ҡатын-ҡыҙ машинист – 26 йәшлек Алена Миронова “йүгәнләгән”.

Яҡташыбыҙ Алена Миронова  – электропоезды “йүгәнләгән” Рәсәйҙә беренсе ҡатын-ҡыҙ машинистЯҡташыбыҙ Алена Миронова  – электропоезды “йүгәнләгән” Рәсәйҙә беренсе ҡатын-ҡыҙ машинист
Яҡташыбыҙ Алена Миронова – электропоезды “йүгәнләгән” Рәсәйҙә беренсе ҡатын-ҡыҙ машинист

 “Көнбайыш экспресы” электропоезының “Өфө – Приют” маршруты буйынса сәйәхәткә сығыуы хаҡында яҙғайныҡ. Уны Рәсәйҙә беренсе ҡатын-ҡыҙ машинист – 26 йәшлек Алена Миронова “йүгәнләгән”.

Һөйкөмлө, матур ҡыҙ – Рәсәй тимер юлдарында яңы кеше. Алена – был ауыр һөнәрҙе үҙләштергән алты ҡатын-ҡыҙҙың береһе. Сая һылыу «РТЮ» ойошмаһында тәүҙә – машинист ярҙамсыһы, ә һуңынан электропоезд машинисы һөнәрҙәренә эйә була. Машинист ярҙамсыһы булараҡ бер йыл элек эшләй башлаһа, ә машинист һөнәрендә ул – тәүге гүзәл зат.

«Беҙҙең ғаиләлә тимер юлсылар юҡ ине, әммә мин бала саҡтан поезд йөрөтөүсе булырға хыялландым, сөнки сәйәхәт яратам. Аңлайым, ныҡ ауыр, сөнки миңә тиклем ҡатын-ҡыҙҙарға поезд машинисы булырға рөхсәт итмәгәндәр. Ләкин минең хыялым тормошҡа ашты. Мин Өфө тимер юл техникумын тамамланым. Екатеринбург ҡалаһында электропоезд машинисы ярҙамсыһына уҡыным, 2021 йылда Рәсәй тимер юлдары һөнәри квалификация һәм белем биреү үҙәгенең Лихоборский бүлексәһендә электропоезд машинисы һөнәрен үҙләштерҙем»,  – тип үҙе менән таныштыра Алена. Ир-егет һөнәрен башҡарған уңған һылыуға киләсәктә уңыштар юлдаш булһын.

Фото "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас