

1 февралдән Пушкин картаһы буйынса Рәсәй киноларын ҡарарға мөмкин. Мәғлүм булыуынса, 2022 йылдың 1 ғинуарынан картаның аҡсаһы 5 меңгә тиклем күтәрелде. Ләкин киноға уның ике меңен генә тотонорға мөмкин. Был проектта Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башкортостан” киностудияһы ла ҡатнашырға заявка биргән.
Әлеге ваҡытта Пушкин картаһы буйынса ҡарарға мөмкин 23 фильмдың исемлеге PRO. Культура РФ порталына ҡуйылған. Улар араһында һуңғы айҙарҙа барған картиналар «Последний богатырь: посланник тьмы», «Чемпион мира», «Три богатыря и конь на троне», «Бумеранг» кеүек фильмдар бар.
Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы 7 башҡорт фильмын исемлеккә индереү хаҡында заявка ебәргән. Улар режиссерҙар Айнур Асҡаровтың “Йыл ғаиләһе”, “Өс таған”, Руслан Юлтаевтың “Өс хат”, “Кластан тыш дәрес”, Айсыуаҡ Йомағоловтың “Ел ҡыуыусы”, Булат Йосоповтың “Беренсе республика”, Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Ике килгән ғүмер” фильмдары. Киностудияның прокат бүлеге начальнигы Кира Попова әйтеүенсә, әле ебәрелгән заявкаға яуап көтәләр.
Быға тиклем Пушкин картаһы спектаклдәр, опера һәм балет концерттары өсөн генә асыҡ һәм уның аҡсаһы күпкә аҙ ине.