

Республикала ваҡытынан алда матбуғатҡа яҙылыу башланды.
Февраль-март айҙарында 2022 йылдың икенсе яртыһына ваҡытынан алда матбуғатҡа яҙылырға мөмкин, тип хәбәр иттәләр Башҡортостан Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Гәзит-журналдарға әлеге хаҡтар менән 31 мартҡа тиклем яҙылырға була.
Акцияла 1400-ҙән ашыу баҫма ҡатнаша. Исемлеккә Башҡортостанда нәшер ителгән 140-тан ашыу республика, район һәм ҡала гәзит-журналдары ла инә.
Баҫма киң мәғлүмәт сараларына республиканың бөтә почта бүлексәләрендә, почтальондарҙа, podpiska.pochta.ru сайтында һәм Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында яҙылырға була.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналына ярты йылға яҙылыу хаҡы – 643 һум 50 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!