+15 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Февраля 2022, 03:10

Картиналары Бөрйән бал ҡортона бағышланған

Башҡортостандың Милли музейында рәссам Евгения Васильеваның "Бөрйән бал ҡорто" күргәҙмәһе асылды.

Картиналары Бөрйән бал ҡортона бағышланғанКартиналары Бөрйән бал ҡортона бағышланған
Картиналары Бөрйән бал ҡортона бағышланған

Башҡортостандың Милли музейында рәссам Евгения Васильеваның "Бөрйән бал ҡорто" күргәҙмәһе асылды.

Автор – Рәсәй сәнғәт академияһының почетлы һәм Рәсәй рәссамдарының ижади союзы ағзаһы, Рәсәйҙең Почет ордены кавалеры. Эштәре Франция, Италия, Швейцария музейҙарында, төрлө фондтарҙа, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда  быйыл 47-се Халыҡ-ара умартасылар конгресы – “Апимодия-2022” үтә.  Ошоға бәйле күргәҙмә асылыу уңайынан ойошторолған матбуғат конференцияһында Евгения Николаевна, эштәрем умартасылар конгресында ҡуйылһа, бик шатланыр инем, тип билдәләне.

“Бөрйән балының юғары сифаты, файҙаһы һәм иҫ киткес тәме тураһында бөтөн донъя белә. Халыҡ-ара конгресты Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар бөтә ил өсөн мөһим, тип иҫәпләйем. Башҡортостан тәбиғәтенә, умартасылыҡ, ауыл хужалығы өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәргә, республикала туризмды үҫтереүгә яңы мөмкинлектәр асылыр тип уйлайым", — тине ул.

Күргәҙмә апрель аҙағына тиклем дауам итәсәк. Проект Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының сәнғәт факультеты, Санкт-Петербург сәнғәт академияһының ғилми-тикшеренеү музейы ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

Автор:
Читайте нас