+7 °С
Облачно


3 февралдә сәғәт көндөҙгө ун икелә Башҡортостанда 12 йәштән 17-гә тиклемге үҫмерҙәргә “Спутник М” вакцинаһын яһатыу мәсьәләләре буйынса брифинг үткәреү планлаштырылған.
Һорауҙарға Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре һәм табип-инфекционистар яуап бирәсәк. Ҡунаҡтар вакцинация барышы хаҡында мәғлүмәттәр менән бүлешәсәк.
Брифинг онлайн режимда үҙа. Тура эфирҙы ютуб-канылында ҡарарға мөмкин.