

Үткән аҙнал, сүп-сарҙы сортҡа бүлеү заводында яңы тыуған үле баланың кәүҙәһе табылған, тип барлыҡ мәғлүмәт сығанаҡтары ла яҙып сыҡҡайны.
Хәл Мәләүез ҡалаһында була. Әле ҡот осҡос был аҙымға барған йәш әсә табылған. Ул – 26 йәшлек Лиана исемле ҡатын. Сабыйҙы эш урынында тапҡан һәм сүплеккә сығарып ташлаған. Әйтеүенсә, ул үле килеш тыуған булған.
Лиана ике балаһы менән бергә әсәһендә йәшәгән. Ауырын башҡаларҙан йәшереп йөрөгән.
Барыһын да тетрәндергән был ваҡиғанан һуң, өс һәм дүрт йәшлек ике улын башҡа йәшәгән аталары килеп алған.
Әле сабыйҙың мәйете тикшерәлә, уның үле тыуғанмы, әллә тере булғанмы икәнлеген асыҡлайҙар.