+23 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Февраля 2022, 12:07

Республикала ауыл хужалығы кооперацияһын финанс яҡлауға 332 миллион һум бүленәсәк

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, республикала аҙыҡ-түлек продукцияһын етештереү күләмен арттырыуҙа ауыл хужалағы кооперацияһы төп таяныстарҙың береһе булып иҫәпләнә.

Республикала ауыл хужалығы кооперацияһын финанс яҡлауға 332 миллион һум бүленәсәкРеспубликала ауыл хужалығы кооперацияһын финанс яҡлауға 332 миллион һум бүленәсәк
Республикала ауыл хужалығы кооперацияһын финанс яҡлауға 332 миллион һум бүленәсәк

Финанс ярҙамдың 173 миллион һумы «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ» Федераль милли проект сиктәрендә Башҡортостанда ҡабул ителгән «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше» төбәк программаһы нигеҙендә, 59 миллион һумдан ашыуы ауыл хужалығы кооперацияларының матди-техник базаһын нығытыуға гранттар рәүешендә һәм 100 миллион һумы ауыл хужалығы продукцияһы эшкәртеүсе эшҡыуарҙарға «Килем килтереүсе проекттар» төбәк программаһына ярашлы субсидия булараҡ биреләсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, республикала аҙыҡ-түлек продукцияһын етештереү күләмен арттырыуҙа ауыл хужалағы кооперацияһы төп таяныстарҙың береһе булып иҫәпләнә.

Дәүләт финанс ярҙамы иҫәбенә үҫеш алған кооперациялар бихисап. Әйтәйек, Асҡын районында теркәлгән «Төлгөҙ» ойошмаһы махсус финанс ярҙамында яҡын тирәләге ауыл халҡынан һөт йыйыуҙы яйға һалған. 2018 йылда 3 миллион һум күләмендә грант яулаған был ауыл хужалығы кооперацияһы, бөгөнгө көндә һөт эшкәртеү һәм һөт ризыҡтары етештереү цехын асып, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек тәҡдим итә.

 

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас