+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Февраля 2022, 11:52

Приютҡа – тиҙ йөрөшлө поезд

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй тимер юлы” филиалы – Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев менән “Көнбайыш экспресы” маршрутын ебәреү тантанаһында ҡатнашты. Ул республиканың баш ҡалаһын Бәләбәй районы Приют ҡасабаһы менән тоташтыра. “Көнбайыш экспресы”  Өфөнән 18.58 сәғәттә ҡуҙғала. Юлда 2 сәғәт 58 минут үтә.

Приютҡа – тиҙ йөрөшлө поездПриютҡа – тиҙ йөрөшлө поезд
Приютҡа – тиҙ йөрөшлө поезд

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй тимер юлы” филиалы – Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев менән “Көнбайыш экспресы” маршрутын ебәреү тантанаһында ҡатнашты. Ул республиканың баш ҡалаһын Бәләбәй районы Приют ҡасабаһы менән тоташтыра.

“Көнбайыш экспресы”  Өфөнән 18.58 сәғәттә ҡуҙғала. Юлда 2 сәғәт 58 минут үтә.

 

“Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы” директоры Антон Гармаш белдереүенсә, заманса электр поезы 361 урынлыҡ дүрт вагондан тора.

“Көнбайыш экспресы”  Өфөнән 18.58 сәғәттә ҡуҙғала. Юлда 2 сәғәт 58 минут үтә. Сағыштырыу өсөн: Силәбе – Мәскәү поезы был араны 3 сәғәт 39 минут бара.

Юлда Дим, Шишмә, Дәүләкән, Раевка, Шафран, Аксаков станцияларында туҡтай. Приют ҡасабаһынан Өфөгә поезд 8.52 сәғәттә китә.

Өфөнән Приютҡа тиклем билет хаҡы 466 һум тора. Бөтә федераль һәм төбәк льготалары, шул иҫәптән мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн ҡаралғандары ла, ғәмәлдә.

Тиҙ ҡала яны поезында йөрөү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған. Заманса мәғлүмәт таблоһы, һауаны зарарһыҙландырған микроклимат системаһы,видеокүҙәтеү бар. Пассажирҙар өсөн түләүһеҙ Wi-Fi ҙа ҡаралған.

– “Рәсәй тимер юлдары”ндағы хеҙмәттәштәребеҙгә һөҙөмтәле эш өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Бергә Күмертауға “Көньяҡ экспресы” ебәрҙек, артабан уны Ырымбурғаса һуҙҙыҡ. Хәҙер уңайлы экспресс пассажирҙарҙы Приюттан, Раевканан, Дәүләкәндән, Шишмәнән Өфөгә һәм кире алып бара. Планда – шундай уҡ уңайлы тиҙ пассажир поезын көнсығыш йүнәлешкә, Белоретҡа ебәреү. Республикабыҙ “Рәсәй тимер юлдары” менән берлектә транспорт системаһын яҡшыртыу өҫтөндә эшләүҙе дауам итә, – тине Радий Хәбиров.

“Көнбайыш экспресы”н ебәрер алдынан Радий Хәбиров менән Вячеслав Дмитриев поездың машинисы Алена Миронова менән аралашты. Алена – “Рәсәй тимер юлдары”ның ҡала яны хәрәкәтендә йөрөгән  беренсе ҡатын-ҡыҙ-машинист. Радий Хәбиров яҡташыбыҙҙы ҡотлап, яҡшы юлдар теләне.

Фото – Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Приютҡа – тиҙ йөрөшлө поезд
Приютҡа – тиҙ йөрөшлө поезд
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас