

Республика Башлығы Радий Хәбиров Пекиндағы ҡышҡы олимпиадала ҡатнашасаҡ Башҡортостан спортсыларына уңыш теләне. Рәсәйҙең милли йыйылма командаһына ингән спортсылар араһында улар Волга буйы федераль округы буйынса лидерҙар булып тора.
Ҡышҡы Олимпиада Ҡытайҙа 4 февралдән 20 февралгә тиклем барасаҡ. Уйындарҙа 109 комплект миҙал уйнатыла. Ярыштар программаһына бобслей, шорт- трек, фристайл, трамплиндан саңғыларҙа һәм сноубордта һикереү буйынса яңы дисциплиналар индерелгән
Һайлап алыу ярыштарынан һәм тест күнекмәләренән һуң илдең милли йыйылма командаһына Башҡортостандан 14 спортсы инде.
Улар араһында биатлонсылар- Эдуард Латыпов, Антон Бабиков - резервта, боблеистар- Ростислав Гайтюкович, Юлия Беломестных. Скелетонда- Александр Третьяков, шорт- тректа- Семен Елистратов. Ҡатын- ҡыҙҙар хоккейына “Ағиҙел” клубының ете уйынсыһы ингән, Олимпиадаға запассы булараҡ “Салауат Юлаев” хоккей командаһы хоккеисы Александр Кадейкин барасаҡ.
Радий Хәбиров спортсыларға уңыштар теләне:
- Был аҙнала күптән көтөлгән ваҡиға – Олимпиада старт ала. Башҡортостан командаһы Волга буйы федераль округында иң ҙуры. Үҙебеҙҙең спортсылар өсөн янып- көйәсәкбеҙ, барыһына ла уңыштар теләйем.