

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Транспорт сәғәте”ндә “Башавтотранс” ойошмаһының 2021 йылғы эшенә һөҙөмтә яһалды.
“Башавтотранс” директоры Надир Самиев хәбәр итеүенсә, 2019 – 2021 йылдарҙағы транспорт реформалары осоронда предприятие пассажирҙар күләмен арттырған. 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса ул 78 миллион булһа, 2021 йылда 104 миллионға еткән. Өфө буйынса был күрһәткес 27 миллиондан 62 миллионғаса күтәрелгән. Өфө маршруттарында водителдәрҙең уртаса эш хаҡы 49,4 меңгә еткән, 80 мең алып эшләгән водителдәр ҙә бар.
2019 – 2021 йылдарҙа “Башавтотранс” филиалдарына 943 яңы автобус алынған. Предприятие коллективы өҫтәмә рәүештә 269 машинаны яңыртҡан. 2022 йылда белгестәр баш ҡала маршруттарында ҡала транспорты эшен камиллаштырыу өҫтөндә эшләүҙе дауам итә. 77 автобус алыу ҡаралған, улар йәй башында киләсәк.
Фото – Башҡортостан Башлығы сайтынан.