+23 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Февраля 2022, 08:21

Изоляцияла булырға һәм үҙ белдегең менән дауаланмаҫҡа

Башҡортостан табиптары ковид менән ауырығанда ни эшләргә кәрәклеге хаҡында һөйләй.

Изоляцияла булырға һәм үҙ белдегең менән дауаланмаҫҡаИзоляцияла булырға һәм үҙ белдегең менән дауаланмаҫҡа
Изоляцияла булырға һәм үҙ белдегең менән дауаланмаҫҡа

Башҡортостанда ковид менән сирләүселәр арта. Үткән аҙнала ауырыуҙар һаны 40 процентҡа күбәйгән. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, “омикрон” йоҡторған пациенттар, ҡағиҙә булараҡ, сирҙе билдәләрһеҙ йәки еңел рәүештә, дауахананаға ятмайынса үткәрә.

 Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы ковидтың еңел формаһы йәки киҫкен респиратор инфекциялар менән ауырыусылар өсөн кәңәштәр йыйылмаһы сығарыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Документ министрлыҡ сайтында донъя күрҙе. Йыйылмала хәүеф төркөмөндәге, шулай уҡ был төркөмгә ҡарамаған кешеләр, вакцина эшләтмәгәндәр, балалар өсөн кәңәштәр тупланған.

Дим дауаханаһының баш табибы Фәнил Шәмиғолов шуны иҫкә төшөрә: коронавирус йоҡторған ауырыуҙарҙың башҡаларҙы сирләтмәүе мөһим. Инфекцияны коллегаларға һәм тирә-яҡтағыларға таратмаҫ өсөн, эшкә йөрөмәҫкә, шулай уҡ өлкән йәштәге ата-әсәләргә ҡунаҡҡа бармаҫҡа кәрәк. "Ковидты еңел үткәреүселәр һәм киҫкен респиратор сирҙәр менән ауырыусылар өсөн кәңәштәр йыйылмаһы төп рекомендация булып торорға тейеш”, – ти ул.

“Ковидты дауалау буйынса ваҡытлыса рекомендацияларҙың һуңғы версияһына ярашлы, сирҙе еңел йәки уртаса ауырлыҡта үткәреүселәр амбулатор шарттарҙа дауалана. Был 65 йәштән өлкәндәргә генә ҡағылмай, –  тип өҫтәне Фәнил Шәмиғолов. – Башҡортостандың дауалау-профилактика учреждениеларында ауырыуҙарҙы амбулатор дауалау һәм күҙәтеү алгоритмы биләдәләнгән. Амбулатор пациенттарға ашығыс ПЦР-анализ үткәреү мөмкинлеге бар. Табип тәғәйенләгәндән һуң уларға препараттар йыйылмаһы бирелә. Поликлиника табиптары ундай ауырыуҙарға көн һайын шылтыратып, дауалауҙы кәрәгенсә үҙгәртеп тора”.

Прививка эшләткәндәрҙә, ревакцинация үткәндәрҙә йәки ярты йыл элек сирләгән кешеләрҙә ковид беленмәйенсә үтә икән, дауаланыуға мохтажлыҡ юҡ. Әммә улар больничный алып, өйҙә ултырырға тейеш. Шулай уҡ тәүлегенә бер тапҡыр булһа ла температураны үлсәп торорға кәрәк.

                           Ҡасан табип саҡырырға?

“Беҙҙең төп маҡсат – сирҙең йоғоу һәм таралыу хәүефен кәметеү. Инфекцияның күмәк кешеләргә йоғоуына һәм мәҙәниәт учреждениелары эшен туҡтатыуға юл ҡуймаҫ өсөн, шулай уҡ яҡындарығыҙҙы, хеҙмәттәштәрегеҙҙе ҡурсалау маҡсатында, сирҙең тәүге, бәләкәй генә лә билдәләре беленеү менән изоляцияла ҡалырға һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим иткән эпидемиологик сараларҙы үтәргә кәрәк”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Республика ҡан биреү станцияһы баш табибы Рәмил Хәмитов.

Әгәр хәлегеҙ насарайһа, тын етмәй башлаһа йәки температура 38 градустан юғарыраҡ булып, ике көндән артыҡ төшмәһә, 122 номеры буйынса белгес менән кәңәшләшергә йәки ашығыс ярҙам саҡыртырға кәрәк.

Прививка эшләтмәгәндәр һәм сирҙе үткәрмәгәндәр киҫкен респиратор инфекцияның тәүге билдәләрен тойоу менән йәки ковидҡа анализдары ыңғай булған осраҡта, 122 хеҙмәтенә шылтыратып, өйҙә ҡалырға тейеш. Хәл насарайғанда өйгә табип саҡыртыу зарур.

Вирус йоҡторған балаларҙы мәктәпкә йәки балалар баҡсаларына алып барырға ярамай. Уларҙы үҙ белдегең менән дауаларға түгел, табип саҡыртырға кәрәк. Әгәр баланың хәле насарайһа, шулай уҡ 122 номеры буйынса шылтыратығыҙ.

“Антибиотиктарҙы үҙ аллы ҡабул итмәгеҙ – уларҙы тик табип тәғәйенләй. Шуны ла билдәләү мөһим: вакцина эшләткәндәр ауырымай йәки сирҙе күпкә еңел уҙғара. Вакцина яһатырға һәм ярты йыл һайын ревакцинация үтергә саҡырам”, – ти БДМУ-ның эндоскопия курсы менән хирургия кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы Шамил Тимербулатов.

Бынан тыш, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы быға тиклем күҙәтелгән һаҡланыу саралары – битлек кейеп йөрөү, социаль арауыҡты тотоу, ҡулдарҙы йыуыу һәм антисептик менән эшкәртеү мөһимлеген иҫкә төшөрә, халыҡ күп йыйылған урындарға бармаҫҡа, вакцинация һәм ревакцинация үтергә кәңәш итә.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас