-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Февраля 2022, 05:47

Өфөлә 21 мәктәп онлайн-уҡытыуға күсә

Балалар араһында респиратор инфекциялар, шул иҫәптән  коронавирус менән сирләүселәр артыу сәбәпле, Өфөнөң 126 мәктәбенең 21-енә дистанцион уҡытыуға күсергә тәҡдим ителгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә 21 мәктәп онлайн-уҡытыуға күсәӨфөлә 21 мәктәп онлайн-уҡытыуға күсә
Өфөлә 21 мәктәп онлайн-уҡытыуға күсә

Балалар араһында респиратор инфекциялар, шул иҫәптән  коронавирус менән сирләүселәр артыу сәбәпле, Өфөнөң 126 мәктәбенең 21-енә дистанцион уҡытыуға күсергә тәҡдим ителгән.

Был ҡарарҙы Өфө ҡалаһының коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы тәҡдиме буйынса ҡабул иткән.

Өйҙән уҡыу 1 февралдән 7 февралгә хәтлем бөтә уҡыусылар – 1-се–11-се кластар өсөн индерелә.

Оператив штаб ағзалары билдәләүенсә, эпидемиологик хәлде көн һайын тикшереп торасаҡтар. Был мәктәптәрҙә сир артабан да артҡан  осраҡта, онлайн-уҡытыу тағы ла ете көнгә оҙайтыласаҡ.

Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәтенән.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас