+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Февраля 2022, 07:57

Өфө аэропорты берҙәм архитектура комплексына берләштерелә

 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡала аэропортының эске  һәм халыҡ-ара рейстар терминалы берҙәм архитектура комплексы итеп үҙгәртеләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ видеокәңәшмәлә Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ- ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев белдерҙе. Объекттың төҙөлөшө аэропорттың аэровокзал комплексын яңыртыуҙың һуңғы этабы буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө аэропорты берҙәм архитектура  комплексына берләштереләӨфө аэропорты берҙәм архитектура  комплексына берләштерелә
Өфө аэропорты берҙәм архитектура комплексына берләштерелә

 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡала аэропортының эске  һәм халыҡ-ара рейстар терминалы берҙәм архитектура комплексы итеп үҙгәртеләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ видеокәңәшмәлә Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ- ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев белдерҙе. Объекттың төҙөлөшө аэропорттың аэровокзал комплексын яңыртыуҙың һуңғы этабы буласаҡ.

Терминалдарҙы берләштергән майҙан 9 мең квадрат метрға етәсәк. Шулай уҡ планда аэродром хужалығын яңыртыу ҙа ҡаралған. Проект буйынса самолеттарҙы боҙланыуға ҡаршы эшкәртеү майҙансығын төҙөү, таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу һәм перронды 93 мең квадрат метрға киңәйтеү күҙ уңында тотола. Шулай уҡ аэропорт биләмәләрендә заманса ҡунаҡхана төҙөләсәк.

Мостай Кәрим исемендәге халыҡ- ара аэропорт быйыл 4 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Был күрһәткес буйынса улар Волга буйы федераль округында лидерҙар  һәм илдең ун эре аэропорты иҫәбенә ингән.

Президент Владимир Путиндың май указдарында, төбәк –ара авиамаршруттарҙы киңәйтеү бурысы ҡуйылғайны. Әле Өфөнән маршруттарҙың 56 проценты Мәскәү ҡалаһына осош яһамай тура башҡарыла, шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһынан Рәсәйҙең бөтә миллионлы ҡалаларына ла тура осорға мөмкин.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас