+25 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Февраля 2022, 08:39

Ҡатын- ҡыҙҙар һынатмай

Башҡортостанда асылған яңы маршруттың поезы менән Рәсәйҙә тәүге  ҡатын- ҡыҙ  машинист идара итәсәк. Әле республикала “Көнбайыш экспрессы” тигән Өфө- Приют йүнәлеше буйынса  маршрут барлыҡҡа килде. Машинист һөнәрен үҙләштергән  Алена Мироноваға 26 йәш. Был хаҡта  Республика Башлығы Радий Хәбииров "Бәйләнештә" селтәрендәге битендә лә яҙып сыҡты.

Ҡатын- ҡыҙҙар һынатмайҠатын- ҡыҙҙар һынатмай
Ҡатын- ҡыҙҙар һынатмай

Башҡортостанда асылған яңы маршруттың поезы менән Рәсәйҙә тәүге  ҡатын- ҡыҙ  машинист идара итәсәк. Әле республикала “Көнбайыш экспрессы” тигән Өфө- Приют йүнәлеше буйынса  маршрут барлыҡҡа килде. Машинист һөнәрен үҙләштергән  Алена Мироноваға 26 йәш. Был хаҡта Радйи Хәбиров "Бәйләнештә" селтәрендәге битендә лә яҙып сыҡты

Башта Алена Өфө тимер юлы транспорты колледжын тамамлай, һуңынан Екатеринбургта электропоезд ярҙамсыһына уҡый, унан иһә “Рәсәй тимер юлдары” профессиональ әҙерлек  Мәскәү уҡыу үҙәгендә белем ала.

 Шулай итеп Алена Миронова Рәсәйҙә машинист һөнәрен үҙләштергән тәүге ҡатын- ҡыҙ булараҡ  яңы поезд менән идара итәсәк. Поездың пассажирҙары юлда 2 сәғәт тә  58 минут буласаҡ.

 Составта 4 вагон һәм ул 361 кешегә иҫәпләнгән.  Юл хаҡы 466 һум.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас