+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Февраля 2022, 02:40

Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан

30 ғинуарҙа көндөҙ Өфөнөң Калинин районындағы Перспектива урамында булған юл фажиғәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды.

Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡанҠаршы һыҙатҡа сыҡҡан
Ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан

30 ғинуарҙа көндөҙ Өфөнөң Калинин районындағы Перспектива урамында булған юл фажиғәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды.

Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ВАЗ-2110 руле артындағы 34 йәшлек ир ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм 61 йәшлек ир идара иткән «Renault Duster» менән бәрелешкән.

Аварияла йәрәхәтләнгән ВАЗ автомобиле водителе дауаханаға оҙатылған. Уның 71 йәшлек пассажиры, водителдең әсәһе, ваҡиға урынында йән биргән.

Тикшереү эше башланған.

Автор:
Читайте нас