-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Февраля 2022, 02:10

1 марттан аркалы Өфө күпере ябыла

Был хаҡта кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
1 марттан аркалы Өфө күпере ябыла1 марттан аркалы Өфө күпере ябыла
1 марттан аркалы Өфө күпере ябыла

Был хаҡта кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.

Ул баш ҡаланың юл инфраструктураһына бәйле үҙгәрештәр тураһындағы мәғлүмәтте халыҡҡа алдан еткереү һәм хәлде ентекле аңлатыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Былтыр, Ағиҙел аша яңы күпер төҙөлөшө тамамланғас та, 1956 йылда сафҡа индерелгән аркалы иҫке күперҙе тулыһынса яңыртыу эштәре башланасаҡ, тип хәбәр ителгәйне. Шулай итеп, 1 мартта ул ябыла. Ремонт 30 айға иҫәпләнгән. Эштәр 2024 йылдың уртаһына тамамланырға тейеш.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас