+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Января 2022, 13:00

Тәүлек эсендә меңгә яҡын яҡташыбыҙ ковид йоҡторған

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус тәүлек эсендә меңгә яҡын – 964 сырхауҙа асыҡланған. Вирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 132 078-гә еткән.

Тәүлек эсендә меңгә яҡын яҡташыбыҙ ковид йоҡторғанТәүлек эсендә меңгә яҡын яҡташыбыҙ ковид йоҡторған
Тәүлек эсендә меңгә яҡын яҡташыбыҙ ковид йоҡторған

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда  коронавирус тәүлек эсендә меңгә яҡын – 964 сырхауҙа асыҡланған. Вирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 132 078-гә еткән. Шуларҙың 121 241-е һауыҡҡан, 491-е аҙаҡҡы тәүлектә сәләмәтләнеүгә өлгәшкән. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Республикала йоғошло ауырыуҙарҙан дауаланыусылар өсөн 2 250 койка тәғәйенләнгән. Әлеге мәлдә шуларҙың 25 проценты буш.

Башҡортостанда коронавирустан вакцинация дауам итә. 31 ғинуар мәғлүмәттәренә ярашлы, прививканың тәүге компонентын 2 360 373 кеше яһатҡан, был – вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 95 проценты тигән һүҙ. Икенсе компонентын эшләтеүселәр – 2 199 946 (88,5 проценты).

Уҙған аҙнала республикаға 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн “Спутник М” вакцинаһының 2800 дозанан торған тәүге партияһы килтерелде. 459 уҡыусы прививка эшләткән дә инде. Балаларға ковидтан вакцина бары тик теләк буйынса ғына яһала, 15 йәше тулмағандарға ата-әсәһенең ризалығы кәрәк.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас