+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Января 2022, 20:06

Лабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсә

Башҡортостанда йәшәүселәр дәүләт дауаханаһында ковидҡа ПЦР-анализды иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртынан киске һигеҙенсе яртыға тиклем бирә ала. Дәүләт лабораториялары тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсте.

Лабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсәЛабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсә
Лабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсә

Башҡортостанда йәшәүселәр дәүләт дауаханаһында ковидҡа ПЦР-анализды иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртынан киске һигеҙенсе яртыға тиклем бирә ала. Дәүләт лабораториялары тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсте. Коронавирусҡа бәйле хәл хаҡындағы брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин шулай тип белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, анализ бирергә килеүселәр айырыуса иртәнге сәғәттәрҙә – һигеҙҙән ун бергә тиклем күп була, ә көндөҙгө сәғәт өстән һуң мөрәжәғәт итеүселәр аҙ.

“Анализ алыу һәм уны илтеү ваҡыты үҙгәртелде, лабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсте. Әгәр элек тәүлегенә 5-7 мең биоматериал тикшерелһә, хәҙер иһә 38 меңгә етә. Ҡеүәттәрҙе арттырабыҙ. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса, яҡын арала өҫтәмә ҡорамалдар килтереләсәк, был лабораторияларҙың етештереүсәнлеген арттырасаҡ”, – тине Максим Забелин.

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас