0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Января 2022, 15:28

“Кешеләр урамда өшөп поликлиникаға сират торорға тейеш түгел”

Хөкүмәттең бөгөнгө кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡайһы бер медицина ойошмаларының коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ҡарарҙарын үтәмәүен белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Кешеләр урамда өшөп поликлиникаға сират торорға тейеш түгел”“Кешеләр урамда өшөп поликлиникаға сират торорға тейеш түгел”
“Кешеләр урамда өшөп поликлиникаға сират торорға тейеш түгел”

“Омикрон” йоҡтороусылар, нигеҙҙә, сирҙе билдәләрһеҙ йәки еңел рәүештә үткәргәнгә күрә, төп көс поликлиникаларға төшә. Шуға күрә үткән аҙнала коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ултырышында, 31 ғинуарҙан ололар поликлиникалары иртәнге һигеҙенсе яртынан киске унға тиклем эшләй башлаясаҡ, тип ҡарар иттеләр. ПЦР-анализдарҙы киске һигеҙенсе яртыға хәтлем бирергә мөмкин буласаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм Роспотребнадзорға ҡараған лабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күсә. 31 ғинуарҙан поликлиникаларға практикаға медицина университетының 843 студенты һәм 150 ординаторы сығырға тейеш ине.

Хөкүмәттең бөгөнгө кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡайһы бер медицина ойошмаларының оператив штаб ҡарарҙарын үтәмәүен әйтеп үтте.

“Кешеләр урамда өшөп поликлиникаға сират торорға тейеш түгел”, – тине ул. Поликлиникаларҙың эш графигы үҙгәреүе хаҡында ҡайһы бер муниципалитеттарҙа халыҡҡа ваҡытында хәбәр итмәгәндәр. Уларҙа 31 ғинуарҙа иртән ПЦР-анализ биреү һәм табипҡа инеү өсөн сираттар барлыҡҡа килгән. Радий Хәбиров бигерәк тә Өфө һәм Иглин райондарында эш ҡәнәғәтләнерлек булмауын, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары поликлиникаларында ла иртән сират тыуыуын билдәләне.

“Әле халыҡ поликлиникаларҙың яңы эш графигы хаҡында белеп етмәй. Хәҙер поликлиникалар иртәнге һигеҙенсе яртынан киске унға тиклем эшләй, ПЦР-анализды киске һигеҙенсе яртыға тиклем бирергә мөмкин. Кешеләргә иртән етенән барып, тест тапшырыу өсөн сират тороу кәрәкмәгәнлеген аңлатыу мөһим. Халыҡ поликлиникаларҙа ярҙамды биш тәүлектән һуң түгел, кәрәк сағында алырға тейеш”, – тине республика Башлығы.

Ул шулай уҡ поликлиникаларға студенттар һәм ординаторҙар вәғәҙә ителгән һанда сыҡмауын да әйтеп китте. “Әгәр был ойоштороу мәсьәләләре менән бәйле икән, тиҙ арала хәл итегеҙ”, –тип мөрәжәғәт итте ул Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһенә һәм БДМУ ректорына.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас