+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Января 2022, 03:20

Картанан аҡсаны урлауҙың яңы ысулы асыҡланған

ВТБ банкы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә ялған сайттар һаны артҡан. Улар аша концерт-спектаклдәргә билет һатып алғанда иҫәптәге барлыҡ аҡсанан ҡолаҡ ҡағырға мөмкин.

Картанан аҡсаны урлауҙың яңы ысулы асыҡланғанКартанан аҡсаны урлауҙың яңы ысулы асыҡланған
Картанан аҡсаны урлауҙың яңы ысулы асыҡланған

ВТБ банкы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә ялған сайттар һаны артҡан. Улар аша концерт-спектаклдәргә билет һатып алғанда иҫәптәге барлыҡ аҡсанан ҡолаҡ ҡағырға мөмкин.

Енәйәтселәр социаль селтәрҙәр, ватцап, башҡа мессенджерҙар һәм электрон почта аша билеттар һатыу хаҡында ялған иғландар тарата. Клиент һылтанма буйынса сайтҡа ингәс, уға шәхси һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрҙе, шулай уҡ банк картаһының реквизиттарын күрһәтеп, түләү формаһын тултырырға тәҡдим ителә.

Билет урынына кеше мутлашыусыларҙың аккаунттары сайтына яҙыла. Һөҙөмтәлә бурҙарға картаһындағы аҡсаға юл аса.

Граждандарға ышаныслы сайттар менән файҙаланырға, һылтанмаларҙы вирусҡа ҡаршы программалар ярҙамында тикшерергә кәңәш итә банк. Әгәр билет һатып алған сайт шикле булып күренһә, картаны тиҙ арала блокировкаларға йәки банкка шылтыратырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас