+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Января 2022, 04:46

Тыуған яғыбыҙҙың урмандарын тергеҙеү өсөн яңы закон ҡабул ителде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта «урман питомниктары булдырыу һәм уларҙы файҙаланыу»ҙы индергән закон ҡабул итте. Был төп ағас тоҡомдары үҫентеләрен үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк.

Тыуған яғыбыҙҙың урмандарын тергеҙеү өсөн яңы закон ҡабул ителдеТыуған яғыбыҙҙың урмандарын тергеҙеү өсөн яңы закон ҡабул ителде
Тыуған яғыбыҙҙың урмандарын тергеҙеү өсөн яңы закон ҡабул ителде

 Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта урман үҫтереүҙең яңы төрөн – «урман питомниктары булдырыу һәм уларҙы файҙаланыу»ҙы индергән закон ҡабул итте. Был төп ағас тоҡомдары үҫентеләрен үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк.

«Беҙҙең республика – урманды яһалма тергеҙеү күләме буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылар рәтендә. Быға төбәк проекттары һәм урманды һаҡлау буйынса төрлө акциялар булышлыҡ итә. Ағас ултыртыу техникаһы һатып алына. Урманды тергеҙеү өсөн сифатлы үҫентеләр кәрәк. Ҡабул ителгән закон республикала питомниктар һанын арттырырға яңы мөмкинлектәр асасаҡ», – тип белдерҙе парламент спикеры Константин Толкачев.

Фото "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас