+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Января 2022, 09:46

Милли телдәге иң яҡшы тулы метражлы фильм

 Уҙған ял көндәрендә Ҡаҙанда “Алтын тәлинкә” төбәк-ара кинематография премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. “Милли телдәге иң яҡшы тулы метражлы нәфис фильм” номинацияһында еңеүҙе йәш, башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың “Буран” картинаһы яуланы.

Милли телдәге иң яҡшы тулы метражлы фильмМилли телдәге иң яҡшы тулы метражлы фильм
Милли телдәге иң яҡшы тулы метражлы фильм

 Уҙған ял көндәрендә Ҡаҙанда “Алтын тәлинкә” төбәк-ара кинематография премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. “Милли телдәге иң яҡшы тулы метражлы нәфис фильм” номинацияһында еңеүҙе йәш, башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың “Буран” картинаһы яуланы.

Айнур Асҡаров  мәҙәни башланғыстар президент фондынан 500 мең һум күләмендә аҡса менән бүләкләнде. Матбуғат сараларына әңгәмәһендә режиссер: “Был минең тәүге аҡсалата бүләгем. Һис шикһеҙ ҡыуандым, премияны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт,- тигән.

“Буран”  фильмы бер хоккеист тарихы хаҡында бәйән итә. Ул һаҡ аҫтына алынған еренән ҡаса һәм буранға эләгеп тере ҡала. Картина режиссерҙың тыуған яғы Хәйбулла районы далаларында булған ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән. Фильмдың премьераһы Мәскәүҙә үтте һәм уны бик йылы ҡаршы алалар. Яңы йылдың тәүге айында ул бөтә онлайн- кинотеатрҙарҙа үтте.

Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының ҡуйыусы -  рәссаме Айгөл Байрамғолова “ Өс таған” фильмындағы эше өсөн премияның шорт-лисына индерелгән.

 “ Алтын тәлинкә” премияһы Рәсәй төбәктәрендә йәш һәләттәрҙе асыҡлау, уларҙың проекттарына ярҙам итеү,  милли кииноны үҫтереү, уның географияһын киңәйтеү һәм аудиторияһын арттырыу өсөн ойошторола.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас