

Коронавирус пандемияһының тәүге көндәренән үк Сибайҙа “Беҙ бергә” акцияһы сиктәрендә волонтерлыҡ штабы эшләй башлаған. Ковидҡа бәйле хәл нисек үҙгәреүгә ҡарап, ирекмәндәргә лә яңы бурыстар ҡуйыла. Әгәр тәүге айҙарҙа күберәк үҙизоляциялағы кешеләргә, “ҡыҙыл зона”ла дежур тороусы табиптарға ярҙам итһәләр, әле, прививка яһау осоронда, айырыуса автоволонтерҙар айырыуса кәрәк – улар медицина хеҙмәткәрҙәрен ауыр хәрәкәтләнеүсе кешеләргә вакцина яһарға өйҙәренә алып бара. Автотранспортты ҡала хакимиәте бирә.
Волонтерҙар хроник ауырыуҙарҙан яфаланыусы 65 йәштән өлкәндәрҙең һорауы буйынса дарыуҙар килтерә. Йорттарҙа һәм фатирҙарҙа булып, халыҡ менән әңгәмәләшеү, вакцинация хаҡында аңлатмалар таратыу, 65-тән өлкәндәргә шылтыратып, хәбәр итеү – былар ҙа волонтерҙар эше.
Быйыл ғинуарҙан штаб эшенә ҡала Советы депутаттары ла ҡушылған. Хәҙер бында көн һайын бер депутат дежур тора – ағымдағы мәсьәләләрҙе хәл итергә булыша, үҙе лә ирекмәндәр менән бергә эшләй. Штабта ҡала халҡынан башҡа мөрәжәғәттәр ҙә күп килә – кемгәлер аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар илтергә кәрәк булһа, кемгәлер барып ҡар көрәйҙәр. Волонтерҙар эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше үҙгәрешһеҙ ҡала – оло йәштәгеләргә, хәстәрлеккә мохтаж яңғыҙҙарға, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, күп балалы, аҙ килемле ғаиләләргә булышлыҡ итеү.
Сибайҙа йәшәүселәр ярҙам һорап түбәндәге телефондар буйынса шылтырата ала: 8-987-493-27-54, 8-987-493-27-50.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, әүҙем ирекмән Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Ишемғолова былай ти: “Беҙ бергә” – изге күңелле кешеләрҙе тартып тороусы урын. Сибай волонтерҙары араһында – студенттар ҙа, хужабикәләр ҙә, таксистар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа, депутаттар ҙа, чиновниктар ҙа... Бер-ике сәғәт буш ваҡыт табып, ярҙам итеп китеүселәр ҙә, ғаиләләре, балалары менән килеүселәр ҙә бар. Бындай эш берләштерә, кешеләрҙең иң матур сифаттарын аса”.