

Рәсәйҙең сәнәғәтте үҫтереү фонды Өфө агрегат етештереү берекмәһенең яңы проектын 500 миллион һумға финанслаған. Был саралар “Конверсия” финанс ярҙамы программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Предприятие һынау участкаһындағы ҡеүәттәрҙе киңәйтәсәк һәм уның базаһында электртәьминиәте һынауҙар системаһын төҙөйәсәк.
Тағы ла икенсе проект 300 миллион һумға финансланған. Ул “Лизинг проекты” программаһына ярашлы продукция сығарыуҙы тәьмин итеү өсөн булған ҡеүәттәрҙе техник яңыртыу.
Өфө агрегат етештереү берекмәһенең әҙер продукцияһын төп ҡулланыусылар булып “Туполев”, “Иркут”, “Сухой”, “Ил”, “Граждандар авиацияһы буйынса Урал заводы” сығыш яһай.
Рәсәйҙең сәнәғәтте үҫтереү фонды 2017 йылдан республикала әүҙем эшләй. Ошо арауыҡ эсендә сәнәғәт предпритяиеларының 85 проектын яҡлап сыҡҡан. Барлығы Башҡортостан иҡтисадына 30 млрд һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән, шуның 10,6 млрд фонд иҫәбенән.