

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы белгестәренең Ағиҙел ҡалаһында ҡорос ҡойоу заводы төҙөү тураһында әҙерләгән бизнес тәҡдиме инвесторҙарҙы ҡыҙыҡһындыра.
Бизнес-шериф Эдуард Йосопов ҡатнашлығында инвестор инвестиция майҙаны һәм унда булған объекттар менән танышҡан. Әле төрлө техник һәм ойоштороу нескәлектәре өҫтөндә эшләйҙәр.
Үҫеш корпорацияһының бизнес тәҡдиме ведомствоның сайтында баҫыла. Проектҡа ярашлы, завод тәүлегенә 37,2 тонна күләмендә продукция сығарасаҡ. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, инвестицияларҙың дөйөм күләме 148,9 миллион һум тәшкил итә. Быға ҡорамалдар алыу, проект-эҙләнеү һәм төҙөлөш-монтаж эштәре инә.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.