+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Января 2022, 08:29

172 үҫмер “Спутник М” вакцинаһын яһатҡан

28 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 12-18 йәшлек 172 үҫмер бала “Спутник М” вакцинаһын ҡаҙатҡан.

172 үҫмер “Спутник М” вакцинаһын яһатҡан172 үҫмер “Спутник М” вакцинаһын яһатҡан
172 үҫмер “Спутник М” вакцинаһын яһатҡан

28 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 12-18 йәшлек 172 үҫмер бала “Спутник М” вакцинаһын ҡаҙатҡан. Был хаҡта “Башинформ”ға республиканың баш педиатры Людмила Семавина хәбәр итте. Теләге булғандар үҙҙәре теркәлгән поликлиникаларҙа прививка яһатырға мөмкин, тине табип.

“Спутник М” препаратының өҫтәмә партиялары килгәс, беҙ уҡыусыларҙы иммунизациялау өсөн мәктәптәргә барырға йыйынабыҙ, — тине Людмила Семавина. — Тәжрибә күрһәтеүенсә, балалар сирләй, ауыр сирләй, ҡайһы берҙә уларға ла стационарҙа дауаланырға тура килә. “Омикрон”дың балалар организмына нисек йоғонто яһауы тураһында тәүге мәғлүмәттәр бар. Ләкин балала инфекцияның нисек үтәсәген берәү ҙә әйтә алмай, уның башҡа сирҙәре булған саҡта – бигерәк тә. Беҙ бының ковидтың ҡатмарлы үтеүенә килтереүе ихтимал, дауаханаға һалыу талап ителеүе мөмкин, тип хәүефләнәбеҙ. Һәр хәлдә беҙ сирҙең ныҡ таралыуын күрәбеҙ, берҙән-бер һаҡланыу юлы – хәҙерҙән үк үҫмерҙәргә прививка яһай башлау”.

Балаларға прививка теләк буйынса ғына яһала, тип өҫтәне ул. 15 йәше тулмағандарға ата-әсәнең ризалығы кәрәк.

Табип әйтеүенсә, "Спутник М" вакцинаһы балаларҙың йәшенә яраҡлаштырылған. Асылда ул — шул уҡ "Спутник V", тик биш тапҡырға шыйығайтылған. Өлкәндәр вакцинаһындағы кеүек үк, унда вирустың тере һәм үрсеүгә һәләтле өлөшө юҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 26 ғинуарҙа "Башфармация"складына "Спутник М" вакцинаһының тәүге партияһы (2 880 доза) килтерелде һәм республиканың медицина учреждениеларына таратылды.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

 

Автор:
Читайте нас