

Республикала ҙур предприятиелар госпиталдәрҙәге медицина кислороды запасын тейешле кимәлдә тоторға ярҙам итә. Был турала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 40-сы ултырышында республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдерҙе.
“Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы һәр госпиталгә бер белгесте беркеткән, ул көн һайын онлайн-режимда кислород запасын күҙәтә. Госпиталдәрҙә кислород запасын тейешле кимәлдә тоторға республиканың эре предприятиелары булышлыҡ итә. Башҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә, Башҡортостанда кислород етерлек”, – тине Урал Килсенбаев.
Ул шулай уҡ медицина ойошмаларын кислород менән тәьмин итеү мәсьәләһе Рәсәй Президенты хакимиәте контролендә булыуын билдәләне.
Фото “Башинформ”дан алынды.