+1 °С
Ясно


ВАЗ-2112 КамАЗ менән бәрелешкән, өс кеше йәрәхәтләнгән. Юл фажиғәһе 26 ғинуарҙа көндөҙ Благовар районында Бүздәк — Саҡмағош — Дүртөйлө автомобиль юлының 19-сы саҡрымында теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Бүздәк районынан 34 йәшлек ир идара иткән ВАЗ-2112 уҙған саҡта КамАЗ йөк машинаһы менән бәрелешкән.
«Аварияла еңел автомобиль водителе һәм уның пассажирҙары, 59 һәм 33 йәшлек ирҙәр, төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған. Юл фажиғәһен тикшереү эше башланған», — тип хәбәр иткәндәр Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-нан.
Фото "Башинформ"дан.