

Башҡортостанда коронавирус пандемияһының яңы тулҡыны башланыу менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” волонтерлыҡ үҙәге эше әүҙемләште.
Ирекмәндәр көсәйтелгән режимда “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәгендә эшләй. Улар бөтә республиканан мөрәжәғәттәр ҡабул итә, дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек илтә, медицина ойошмаларында һәм табиптарға ярҙам күрһәтә.
Мәҫәлән, Өфө районы Михайловка ауылында йәшәүсе автоволонтер Гөлшат Ҡәйүмова кисә табип-терапевты өйҙәрендә дауаланыусы пациенттарға илтеп йөрөгән.
Михайловка табиплыҡ амбулаторияһының участка терапевы Мөхәмәт Мәмәдәлиев һуңғы ваҡытта өйҙәренә табип саҡырыусы ауырыуҙар күбәйеүен билдәләне.
“Михайловка ауылында дүрт терапия участкаһы бар. Һәр белгес көн һайын 20-50 саҡырыу буйынса бара. Ауырыуҙар көндән-көн артҡанлыҡтан, улар янына алып барыу өсөн табиптарға автомобилдәр етешмәй. Волонтерға ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт!” – ти Мөхәмәт Мәмәдәлиев.
Көн дауамында Гөлшат Ҡәйүмова терапевты өйҙә дауаланыусы биш пациентҡа алып барған.
“Ошондай ҡатмарлы ваҡытта беҙгә берләшергә кәрәк. Берәү ҙә ситтә ҡалырға тейеш түгел”, – тип бүлешә Гөлшат Ҡәйүмова.
Бынан тыш, волонтерҙар “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәгенә лә әүҙем килә. Мәҫәлән, популяр йырсы Рәдиф Зарипов, оператор булараҡ, телефон аша мөрәжәғәттәр ҡабул иткән, Өфөләге күп балалы ғаиләгә ҡайнар аш, аҙыҡ-түлек илткән – коронавирус йоҡтороу сәбәпле был ғаилә әле үҙизоляцияла ултыра. “Башҡаларҙы ла акцияға ҡушылырға, күмәк ғаиләләргә, өлкәндәргә, ауырыуҙарға, ауыр тормош хәлендәге кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға саҡырам”, – тип өндәй Рәдиф Зарипов.
“Колл-үҙәк бөтә республиканан аҙнаһына ике меңләп шылтыратыу ҡабул итә. Әле башлыса өйҙә дауаланыусы кешеләр мөрәжәғәт итә”, – ти “Беҙҙең хәстәрлек" проекты кураторы Гөлшат Мөхәмәтшина.
Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: “Беҙҙең хәстәрлек” волонтерлыҡ үҙәге 2020 йылдың мартында барлыҡҡа килгәйне. Ул Башҡортостандың 25 ҙур волонтерлыҡ ойошмаһын берләштерә.
Колл-үҙәккә эш көндәрендә иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем шылтыратырға була. Телефон номеры: 8-800-201-89-03.