+14 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
27 Ғинуар 2022, 05:55

Газ менән тәьмин итеү һәм үткәреү программаһына 13,5 миллиард һум бүленә

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылда «Газпром» йәмғиәтенең республика ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһының тәүге ултырышын уҙғарҙы. Республика Башлығы Башҡортостан һәм «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте алдында торған бурыстар иҫәбендә берлектәге эштең өс төп йүнәлешен билдәләне. Улар – тораҡ пункттарға газ үткәреү, газ химияһын һәм энергетика машиналары эшләүҙе үҫтереү.

Газ менән тәьмин итеү һәм үткәреү программаһына 13,5 миллиард һум бүленәГаз менән тәьмин итеү һәм үткәреү программаһына 13,5 миллиард һум бүленә
Газ менән тәьмин итеү һәм үткәреү программаһына 13,5 миллиард һум бүленә

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылда «Газпром» йәмғиәтенең республика ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһының тәүге ултырышын уҙғарҙы.  

«Уҙған йылды сәнәғәт етештереүе күләме үҫеше менән тамамланыҡ, 2020 йылғы темпты уҙып китеп, инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән һәйбәт динамикаға өлгәштек. Быға башлыса республика биләмәһендә урынлашҡан «Газпром» предприятиелары булышлыҡ итте, – тине Радий Хәбиров. – Был компания менән үҙ-ара эш итеүҙе яйға һалыу өсөн йыл ярым элек булдырылған ведомство-ара комиссия эшенең һөҙөмтәле икәнен раҫлай».

Республика Башлығы Башҡортостан һәм «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте алдында торған бурыстар иҫәбендә берлектәге эштең өс төп йүнәлешен билдәләне. Улар – тораҡ пункттарға газ үткәреү, газ химияһын һәм энергетика машиналары эшләүҙе үҫтереү.

«Газпром» менән 2025 йылға тиклем республикала газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреү программаһын тормошҡа ашыра башланыҡ. Уның күләме –13,5 миллиард һум. 25 мең йортҡа һәм 300-гә яҡын социаль объектҡа газ үткәрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 131 меңдән ашыу йорт газды участка сигенә тиклем бушлай үткәреү программаһына индерелә. Республика уны бойомға ашырыу өсөн тәүге 1,2 миллиард һумды алған да инде. 2022 йылдың 24 ғинуарына 2048 йортҡа «зәңгәр яғыулыҡ» килде. Ошо йүнәлештә әүҙемлекте кәметмәү мөһим».

Республикала иң эре сәнәғәт проекттарының береһен «Газпром СПГ технологиялар» компанияһы ғәмәлгә ашыра. Һүҙ Стәрлетамаҡ районында шыйыҡландырылған газ етештереү комплексын төҙөү хаҡында бара. Ул 2022 йылда уҡ эшләй башларға тейеш.

Бынан тыш, «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы базаһында йылына 28 миллиард кубометр тәбиғи газ эшкәртеү буйынса технологик комплекс төҙөлә башланы.

Башҡортостан Башлығы машиналар эшләү тармағында «Газпром» һәм «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы-Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» предприятиеларының кооперацияһын нығытыуҙы ла билдәләне. Яҡтар АЛ-31СТ газ турбиналы двигателдәрҙе модернизациялау һәм киңәйтеү өҫтөндә эшләй. Яңы агрегаттарҙы «Себер көсө» магистраль газ торбаһына, Бованенков ятҡылығына һәм «Юбилейная», «Шаран», «Полянская» компрессор станцияларына килтергәндәр ҙә инде.

Башҡортостан Башлығы республиканың Ростов өлкәһе менән бергә автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урын алыуын да әйтте. Республикала шундай 41 станция эшләй.

«Автомобиль транспортын газ-мотор яғыулығына әүҙемерәк күсерергә кәрәк», – тине Радий Хәбиров.

«Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек йүнәлештәре үҫешә, шуға республика етәксеһе Башҡортостандың уҡыу йорттары менән әүҙемерәк эш итеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте һәм «Газпром» йәмғиәте етәкселегенә төбәгебеҙҙә эшләгән предприятиеларға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас