

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы алдынғы социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә эшләүсе ойошмалар реестрына “Аллмат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен индерҙе. Предприятие Нефтекамала хәүефһеҙ иҙән япмаһы етештерергә ниәтләй.
– Компания етештергән продукцияны етештереү, лаборатория майҙандарында, аэропорттарҙа, ҡунаҡханаларҙа, медицина һәм белем биреү ойошмаларында ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға 207 миллион һум аҡса бүлеү ҡарала. Алдынғы социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары түбәнәйтелгән һалым, страховка взносы тарифтары, шулай уҡ башҡа федераль һәм төбәк ташламалары менән ҡуллана ала. “Нефтекама” алдынғы социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә 16 резидент теркәлгән, – тип хәбәр итә БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
Инвестиция проектын 2022 – 2029 йылдарҙа тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Ул 44 эш урыны булдырыуға булышлыҡ итә.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.