+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Января 2022, 10:23

Сүп-сар мәсьәләһе тураһында

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләүҙе яйға һалыу дауам итә.

Сүп-сар мәсьәләһе тураһындаСүп-сар мәсьәләһе тураһында
Сүп-сар мәсьәләһе тураһында

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләүҙе яйға һалыу дауам итә.

 

– Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуҙы һәм сығарыуҙы ғына түгел, сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы ла ойошторорға тейешбеҙ. 2024 йылға тиклем республикала 10 яңы сүп-сар айырыу комплексы барлыҡҡа килә. Тағы бер бурыс – федераль финанслауҙы йәлеп итеү, – тип билдәләй БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров белдереүенсә, яңы йыл каникулы осоронда сүп-сарҙы сығарыу эшен тәьмин итеү өсөн көн һайын 500 техника берәмеге эшкә ҡушылған. 51 мең тонна ҡалдыҡ сығарылған. Дөйөм алғанда, эш тейешле кимәлдә ойошторолған, бер нисә урында ғына графиктан тайпылыу күҙәтелгән, был осраҡтарҙа сүп-сар 12 сәғәт эсендә сығарылған.

Социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәр буйынса ҡарағанда, төп проблемалар сүп-сарҙы ваҡытында сығарыуға, контейнерҙарҙың һәм контейнер майҙансыҡтарының хәле һәм законһыҙ рәүештә барлыҡҡа килгән сүп өйөмдәренә ҡағыла. 2020 йылға ҡарағанда мөрәжәғәттәр һаны артҡан. Иң күп мөрәжәғәт итеүселәр – Өфөнән (740), Өфө районынан (119), Стәрлетамаҡтан (116), Нефтекаманан (116), Иглин районынан (101).  Инцидент-менеджмент системаһына 2021 йылда 2519 хәбәр ҡабул ителгән.

– Республика ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү өлкәһендә алда барырға тейеш, граждандар тарафынан ҡәнәғәтһеҙлек булмаһын. Урындарҙа эштәр системалы, үҙ ваҡытында һәм  һөҙөмтәле башҡарылырға тейеш, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас